Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күмәк спортта – һөҙөмтәләр ҙә күп, йәки Мәскәүҙән генә ҡалышабыҙ

Сарала ҡатнашҡан тармаҡҡа бәйле министрлыҡ һәм ведомство, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре, Рәсәй кимәлендә билдәле булған спортсылар һәм тренерҙар Совет ултырышында спорт медицинаһы, мәктәптә һәм корпоратив спортты үҫтереү мәсьәләләрен ҡараны. – Башҡортостан етәкселеге алдында бөгөн иң мөһим бурыстарҙың береһе булып республикала спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар йәки инфраструктура булдырыу тора. Был эштәрҙе беҙгә һеҙҙең менән бергә атҡарып сығырға тейеш, – тип мөрәжәғәт итте сығышында Башҡортостан Башлығы Спорт һәм физик культура советы ултырышында ҡатнашыусыларға. – Был йәһәттән бер ни тиклем эштәр башҡарылды ла инде. Мәҫәлән, һуңғы өс йылда беҙ спортты үҫтереүгә сығымдарҙы 3 миллиард һумдан 10 миллиард һумға тиклем арттырҙыҡ – был, минеңсә, ҙур һөҙөмтә. 12 ҙур спорт объекты төҙөлдө, улар араһында Өфөлә футбол манежы, Октябрьскийҙа боҙ һарайы, Аҡъярҙа бассейн, район үҙәктәрендә өс физкультура-һауыҡтырыу комплексы бар. Бынан тыш, беҙ баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына Өфөлә көрәш һарайы, фехтование үҙәге, ишеү слаломы буйынса комплекс объекттарын ҡулланыуға тапшырасаҡбыҙ. Ә бөгөн иһә “Газпром” ярҙамында Өлфәт Мостафин исемендәге Спорт үҙәген астыҡ, – тип өҫтәне Радий Фәрит улы. Бынан тыш, Рәсәй Спорт министрлығының “Бизнес-спринт” проекты ярҙамында федераль ҡаҙнанан 1 миллиард һум йәлеп ителгән. Был аҡсаға “Мед” спорткомплексы, Нефтекамала бассейнлы спорт үҙәге, Октябрьскийҙа бассейн һәм Өфөлә тағы ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. БР Башлығы һүҙҙәренсә, республикала 140-тан ашыу олимпиада, массалы, спорт-техник һәм хәрби спорт төрө үҫешкән. 116 адаптациялы спорт төрө федерацияһы эшләп килә. – Рәсәйҙең Паралимпия комитетына айырыуса рәхмәт белдереп үткем килә, беҙҙә 42 мең кеше адаптацияла спорт менән шөғөлләнә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булған граждандар өсөн үҙәк эшләп килә, былтыр иһә уның һигеҙ филиалы асылды. 2023 йылда Башҡортостанда айырыуса “Ватан һаҡсылары кубогы”на ярыштар уҙғарыуы ҙур мәғәнәгә эйә булды, унда шул иҫәптән яраланып ҡайтҡан яугирҙәребеҙ ҙә ҡатнашты. Беҙҙең бурыс - уларҙы спортҡа ылыҡтырыу, - тип тә өҫтәне етәксе. Билдәле булыуынса, быйыл да Башҡортостанда әһәмиәтле саралар үтә, уларҙың береһе “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы. – Рәсәй Президенты ошондай донъяуи сараны Өфөлә үткәрергә ҡарар итеүе беҙҙең өсөн мәртәбә, ышаныс күрһәткән өсөн рәхмәт белдерәбеҙ – был беҙҙең спортсылар һәм физик культура менән шөғөлләнеүселәрҙең эш һөҙөмтәһенә баһа, - тип белдерҙе Радий Фәрит улы һәм БР спорт министры Руслан Хәбибовҡа “Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә ҡул ҡуйыуын әйтте. Совет ултырышында Рәсәй спорт министры урынбаҫары Азат Ҡәҙеров та ҡатнашты һәм үҙ сиратында Башҡортостанда спортҡа ҙур иғтибар бирелеүенә һоҡланыуын йәшермәне. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тырышлығы менән республика спорт өлкәһендә барлыҡ федераль программаларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Миҫал өсөн: 2020 йылдан алып спорт өлкәһендә федераль ҡаҙнанан 3,5 миллиард һум йәлеп итте, һеҙҙә өлкән быуын кешеләрен спортҡа һәм әүҙем тормошҡа ылыҡтырыу миҫалы бөтә ил кимәлендә өлгө булып тора, - тип билдәләне Азат Рифҡәт улы. Артабан һүҙҙе 2023 йылға йомғаҡ яһау өсөн БР спорт министры Руслан Хәбибов алды. Уның һүҙҙәренсә, быйылғы йыл башына респубикала 13,4 мең спорт объекты бар. Был күрһәткестә беҙ ил кимәлендә Мәскәүҙән генә ҡалышабыҙ. Шуларҙың 1400-өн 2018 йылдан башлап төҙөгәндәр. Улар араһында Светлана Хоркина исемендәге Гимнастика үҙәге, Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге, ишеү слаломы комплексы, Өлфәт Мостафин исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге эре объекттар иҫәбенә инә. Министр билдәләүенсә, шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: республикала 2,1 миллион кеше йәки төбәк халҡының 56 проценты физик культура йәки спорт менән шөғөлләнә. – “Демография” милли проектына ҡараған “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә 2019 йылдан алып ГТО тапшырырға әҙерлек өсөн 56 майҙансыҡ асылды – был маҡсатта 163,3 миллион һум аҡса тотонолдо, - тине етәксе. Руслан Хәбибов залда ултырған йәш тренерҙарҙы дәртләндереп, артабан “Ауыл тренеры” төбәк программаһына быйылдан башлап бәләкәй ҡалалар өсөн тәғәйенләнгән “Ҡала тренеры” программаһы эшләй башлаясағын белдерҙе. “Ә былтыр иһә Радий Хәбиров башланғысы менән олимпиада һәм паралимпиада уйындарында еңеүселәргә ғүмерлек дәүләт стипендияһы булдырылды. Был стипендияны әле 73 кеше ала”, - тип өҫтәне ул. Иғлан ителгән тематик йыл сиктәрендә быйыл һаулыҡ мөмкинлектәре сикле граждандарҙы спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү буйынса әүҙем эштәр планлаштырылыуы тураһында ла хәбәр итте министр. Сығыштан һуң Радий Хәбиров ведомствоға Башҡортостандың 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһына ярашлы спорт объекттарын модернизациялау буйынса тәҡдимдәр еткерергә тигән йөкләмә белдерҙе. Спорт, әлбиттә, йүгереү-һикереү генә түгел, “спорт медицинаһы” тигән төшөнсәгә лә иғтибар итеү зарур бөгөнгө көндә йәки спортсыларҙың, спорт һәм физик культура менән шөғөлләнгән халыҡтың һаулығын тикшереү, контролдә тотоу мөһим. Мәҫәлән, Совет ултырышында республиканың һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова һөйләүенсә, былтыр, мәҫәлән, төбәктә 89 мең кеше медицина күҙәтеүе үткән. Бынан тыш медицина хеҙмәткәрҙәре республикала үтеп торған барлыҡ спорт ярыштарында ла ҡатнашыусыларҙың һаулығы өсөн яуап бирә, тәьмин итә. – Төп бурыс – спорт менән шөғөлләнгән барлыҡ кешеләрҙе лә медицина күҙәтеүе менән тәьмин итеү, - тип белдерҙе, докладты баһалап, Радий Фәрит улы. Совет ултырышында тағы бер етди тема – мәктәптәрҙә спорт менән шөғөлләнеүҙе ойоштороу. Ошо сарала ҡатнашҡан РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы президенты Ирина Роднина һыҙыҡ өҫтөнә алғанса, был йәһәттән белем усаҡтарында спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеү буйынса шарттар тыуҙырыу нигеҙендә мотлаҡ рәүештә спорт клубтары булдырырға кәрәк, ул саҡта уҡыусылар спорт менән етди һәм йыш шөғөлләнәсәк. – Әммә был балаларҙы маҡсатлы рәүештә олимпиадала ҡатнашырға әҙерләү тигәнде аңлатмай, спорт клубтары йәштәрҙе мөмкин тиклем күберәк физик культура менән шөғөлләнергә ҡыҙыҡһындырырға тейеш, - тине депутат. Радий Хәбиров сираттағы ултырышты нәҡ ошо темаға арнарға вәғәҙә бирҙе. Совет ултырышы тантаналы шарттарҙа республиканың алдынғы спортсыларын, уларҙың тренерҙарын һәм спорт, физик культураны үҫтереүгә көс һалған шәхестәрҙе бүләкләү һәм төбәк етәксеһе тарафынан рәхмәт һүҙҙәре еткереү менән тамамланды. Кемдер дәүләт наградаһы – лайыҡлы исем алды, кемдер спортты үҫтереп, бер миллион һумға лайыҡ булды! Ошондай шарттар булғанда, өҫтәрәк өйтеп үтелгән объекттар эшләп килгәндә республикабыҙҙа һис шикһеҙ спорт та, физик культура ла үҫешәсәк, әлбиттә, шуға ярашлы халыҡтың һаулығы нығынасаҡ, Башҡортостан данын арттырыусылар күп буласаҡ!.. Һүҙ – Совет ултырышында ҡатнашыусыларға: Олимпиада уйындары призеры Валерия Коблова: – “Башҡортостан мәктәптәренә спорт көрәше” проекты төбәктең 93 процент белем усаҡтарын йәлеп итте – был республикала көрәш төрҙәренең үҫешенә ҙур ишара. Рәсәй бадминтоны милли федерация рәйесе Андрей Антропов: – Бадминтон Башҡортостанда йылдам үҫешә, улай ғына ла түгел, был спорт төрөндә ил кимәлендә үҙәк булып тора – был спорт менән шөғөлләнеү өсөн тыуҙырылған шарттарға туранан-тура бәйле. Олимпиада чемпионы, “КЭС–БАСКЕТ” мәктәп баскетболы лигаһы идаралығы рәйесе Светлана Антипова: – Башҡортостанда меңдән ашыу мәктәптә беҙҙең лига ла ҡатнашып килә, командалар һаны буйынса лидерҙар рәтендә тора.