Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

95 йәштә лә халҡына хеҙмәт итә

Бүздәк районының Төрөш ауылынан Лотфулла Гәрәев ошо көндәрҙә үҙенең 95 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Күптән түгел “Бүздәк районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” тигән отличие билдәһе менән бүләкләнгән аҡһаҡалдың йәштәргә теләктәре лә бар. -Тормошта иң мөһиме – ҡуйған маҡсатҡа табан алға барырға, көслө һәм ныҡ булырға, – ти ул һәм халыҡҡа хеҙмәт итеүҙе уларға ярҙам күрһәтеүҙә күрә. Лотфулла Муллағәли улы оҙаҡ йылдар Бүздәк районының юл-төҙөлөш ойошмаһында намыҫлы хеҙмәт иткән, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 25 йылдан ашыу тыуған ауылы мәсетенә етәкселек итә. Шулай уҡ уны төҙөүҙә ҡатнаша. Һәр ваҡыт иманға яҡшылыҡҡа өндәп, ауылдаштарының ихтирамын яулаған хеҙмәт ветераны. Фото: район хакимиәтенән.