"Башҡортостан" гәзите редакцияһының БР Журналистар союзы менән берлектәге проектына "Тамаша" журналы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Илшат Зарипов, Әнүзә Яҡупова, Миләүшә Ҡыҙрасова "Масксети Щит Өфө" ирекмәндәр ойошмаһының "Матбуғат йорто" цехында маскировкалау селтәре үрҙе. Был эште "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары, ирекмән Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова ойошторҙо. Иң тәүҙә ғинуар айында тап ошо баҫма ҡыҙҙары күмәкләшеп селтәр үреү өмәһенә сыҡҡайны. Ул көндө цехҡа селтәрҙәр йомғағы килтергәйнеләр. Бер көн алда хатта селтәр юҡлыҡтан эш туҡтап торғайны. Ә инде "Тамаша"лар эштең ҡыҙған мәленә эләкте. Илшат Зарипов шунда уҡ таҫма ҡырҡып торған Винарис Хәсәновҡа ярҙамға килде, ә ҡатын-ҡыҙҙар схема буйынса "кобра" биҙәге менән селтәр үрергә өйрәнә башланы. Өс сәғәт эсендә байтаҡ эш башҡарылды. Ир-егеттәр ҡулдан яһалған махсус станокта күп итеп таҫма әҙерләп ҡуйһа, ҡатын-ҡыҙҙар 3х4 метр үлсәмдәге бер селтәрҙе үреүҙе тамамлап, икенсеһенә тотондо. Миләүшә Ҡыҙрасова эш һуңында үҙе шөғөлләнгән "Ауаз" ансамбле ағзаларын да был изге эшкә йәлеп итеү уйы менән янып китте. Уны социаль селтәрҙә билдәле "Гөлмәрфуға" мейесе хужабикәһе, кейемдәргә милли биҙәктәр һалыусы булараҡ та яҡшы беләләр. Ә Илшат Зарипов ваҡыт-ваҡыт Винарис ағайға барып ярҙамлашырға тигән ҡарарға килде. Цехта иртәнге сәғәт 10-да башланған эш киске 9-ҙа тамамланды. Ул көндө йәмғеһе биш селтәр үрелде. Проект эше дауам итә. Киләһе өмәләрҙә ҡатнашырға теләүселәр ҙә барлыҡҡа килде. Автор фотолары.