Башҡортостанда уҡыусыларҙың башланғысына нигеҙләнгән "Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау" проектына Әбйәлил районының Буранғол урта мәктәбе уҡыусылары ла ихлас ҡушылды. Мәктәбебеҙҙә инициатив төркөмдәр тарафынан мәктәпте төҙөкләндереү, материаль-техник базаһын яҡшыртыу, уҡыусылар өсөн төрлө уңайлы шарттар булдырыу, хыялда ғына йөрөткән тамаша залы, спорт майҙансығы һәм йыһазландырылған уҡыу кабинеттары булдырыуҙы маҡсат итеп алған алты проект тәҡдим ителде. Ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк проекттарҙы яҡлау бик сағыу һәм ҡыҙыу барҙы. Капитандар үҙ проекттарын ышаныслы яҡланы. Һөҙөмтәлә күпселек тауыш йыйып (87%) "Мастерок" технология кабинеты" проекты еңеүсе тип табылды һәм республика этабында ҡатнашыу хоҡуғы алды. Авторы: Земфира Вәлиева.
Әбйәлил районының Буранғол урта мәктәбе уҡыусылары проектҡа ихлас ҡушылды
18 февраля 202418 фев 2024
~1 мин