Ҡариҙел районының Ҡыҙыл Үреш ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, дөйөм практика табибы бүлексәһе асылды. Модулле бина район үҙәгенән 45 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Бында өс меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәктәр. Медицина учреждениеһын тантаналы шарттарҙа асыу көнөндә ауылдаштарҙы байрам менән ҡотларға Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак, Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин һәм район дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин ҡатнашты. Яңы бинала диспансерлаштырыу үтергә, стоматолог хеҙмәтенән файҙаланырға, дарыу препараттарына льготалы рецепттар алырға мөмкин. Медицина учреждениеһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. –Дөйөм практика табибы бүлексәһе халыҡҡа медицина ярҙамын сифатлыраҡ итәсәк. Йәшәгән урынға яҡын булыуы пациенттар өсөн бик уңайлы, айырыуса өлкәндәр һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн,– тине да