Найти тему
Башҡортостан гәзите

Авария хәлендәге йорттарҙан күсереү нисек бара?

Башҡортостанда 2019 йылдан алып “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы (национальный проект “Жилье и городская среда”) 9 меңләп кеше авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән. Был турала республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин хәбәр итте. Төҙөлөш министрлығы етәксеһе билдәләүенсә, йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡтың кәмеүен тәьмин итеү власть органдарының мөһим бурыстарының береһе булып ҡала. 2023 йылда Башҡортостан авария хәлендәге торлаҡтан күсереү һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алтынсы урынды биләгән. - Үткән йылдың июлендә республика тарафынан 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип танылған авария хәлендәге торлаҡ фонды реестры формалаштырып, Рәсәй Төҙөлөш министрлығына йүнәлтелде. Уға 230 мең квадрат метрға тиң 580 йорт инде, - тине Башҡортостандың төҙөлөш министры етәксеһе. Был саралар Рәсәй Президентының май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.