Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бассейны, боҙ һырғалағы һәм универсаль залы булған яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. “Газпром – балаларға” программаһы буйынса төҙөлгән спорт ҡоролмаһы республиканың билдәле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре Өлфәт Мостафин хөрмәтенә аталды. Тантаналы сара "Газпром"ға нигеҙ һалыныу көнөнә тап килде. Унда шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, өс тапҡыр Олимпия чемпионы Ирина Роднина, Рәсәй Спорт көрәше федерацияһы президенты, Олимпия чемпионы Михаил Мамиашвили”КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһының идара рәйесе, Олимпия чемпионы Светлана Антипова, “Газпром Трансгаз-Өфө”компанияһының генераль директоры Шамил Шәрипов һәм “Газпром”дың социаль инициативаларға ярҙам фондының генераль директоры Владимир Приймак, Өлфәт Мостафиндың туғандары һәм яҡындары, башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы Менделеев урамында урынлашҡан. Унда бер сменала 208 кеше шөғөлләнә ала. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бас