"Бәйләнештә" селтәрендә Гөлфиә Мөхәмәтдинова үҙенсәлекле эсемлек рецепты менән уртаҡлашты. "Был сәйҙе ҡышын ғына эсәбеҙ, сөнки унда һалынған тәмләткестәр эстән йылыта!1 стакан һөттө кәстрүлгә һалып, ҡайнатырға ҡуябыҙ, ҡайнап сыҡһа,1 бөртөк баҙыян (бадьян)1 бөртөк дәрсен (корица) (мөмкин ярты бал ҡалаҡ дәрсен порошогы һалырға)2 бөртөк хуш еҫле борос (ҡыяр тоҙлағанда һала торған борос)1 аш ҡалағы шәкәр (ошо тәмләткестәрҙең тәме тағы ла нығыраҡ сыҡһын өсөн һалына)2 аш ҡалағы сәй (мин "Азерчай" сәйен һалам). Ҡуйыраҡ сәй яратһағыҙ, 3-4 ҡаш ҡалағы сәй һалырға була.+ 1 ст ҡайнаған эҫе һыу. Сәйебеҙ ҡайнап сыҡһа, газды һүндереп, 5-10 мин ҡапҡас ябып ултыртып торабыҙ. Ммм, хуш еҫле, тәмле сәйҙе эсеп, ҡыштың һыуығына бирешмәй, рәхәтләнәбеҙ! Сәй оҡшаһа, ике стакан һөттән эшләрһегеҙ", - тип яҙҙы Гөлфиә. Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/gmuck