Әле “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә “Өлгөлө атай” конкурсы бара. Унда Салауат районының Лағыр ауылында йәшәгән Ғилман Мусин ҡатнаша. 2023 йылда үҙе – “Атай ҡаһарманлығы” билдәһе, ғаиләһе “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы менән бүләкләнгән. Ҡатыны Фәрбизә Рәсүл ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, 11 ейәндәре бар. Ғилман Ғәрифулла улы Лағыр урта мәктәбенең география, һынлы сәнғәт һәм технология уҡытыусыһы булып эшләй. Уҡытыусы стажы 42 йыл, хеҙмәт юлын 1976 йылда башлаған. Ул Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы һәм хеҙмәт ветераны. Бик күп почет грамоталары, “Совет Ҡораллы көстәренең 90 йыллығы”, Совет офицерҙары Союзының Үҙәк советының “Хәрби антҡа тоғролоҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ғилман Мусин егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Һуңғы биш йылда уның 19 уҡыусыһы “Йөрәк иҫләй” республика спорт фестивале, технология, география, һынлы сәнғәт буйынса муниципаль олимпиадалар, шулай уҡ “Зарница” республика хәрби-спор