Һәр кем үҙенең тыуған төйәген, ауылын ярата. Әсәй һәм Тыуған ил төшөнсәләре бер бөтөндө тәшкил итә кеүек, сөнки беҙ уларҙы һайлап алмайбыҙ, улар беҙгә яҙмыш тарафынан бүләк ителгән изге ҡиммәттәр. Яңауыл районының Байғужа ауылы кешеләре лә тап шулай уйлай. Улар тыуған ерен, ғәзиз Ватанын үҙ ата-әсәһе кеүек ярата, үҙ йәнтөйәге хаҡына изге эштәр башҡара. “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында беренсе урынды яулап, республика кимәленә сығыуҙары ла – ошоға аныҡ миҫал. Әле улар конкурстың республика этабына әүҙем ҡушылып, төрлө саралар үткәрә, саф һауала уйындар ойоштора, бөтә ауыл менән тиерлек урман буйлап саңғыла йөрөргә сығалар. Ошо көндәрҙә Яңауыл районы үҙәгендә “Байғужа феврале” исеме аҫтында ҙур сара ойошторолдо. Ул өс өлөштән торҙо: көндөң тәүге яртыһында һабантуй яланында «Яңауыл яугире - 2024» муниципаль-ара хәрби-патриотик ярыш уҙҙы. Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих буйынса комиссияһы рәйесе, тарихсы, Башҡортоста