Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эмилия МХО-лағы ағаһына хат яҙған

Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылынан беренсе класс уҡыусыһы Эмилия Әхмәтова әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә булған ағаһына тулҡынландырғыс хат яҙған. «Һаумы, Нур ағай! Һиңә йыраҡтан, тыуған яҡтарҙан һағынышлы сәләмдәр ебәреп хат яҙа һеңлең Эмилия. Хәлдәрең нисек? Ауырымайһыңмы? Йылы кейенеп йөрөйһөңмө? Ашарға ризығығыҙ бармы? Посылкаларҙы алып тораһыңмы? Һауа торошо нисек ул яҡтарҙа? Беҙҙең хәлдәргә килгәндә, барыһы ла яҡшы, тырышып, дүрт-биш билдәләренә уҡып йөрөйөм. Уҡырға, яҙырға, һанарға өйрәнәбеҙ. Хәҙер инде мин яҙырға өйрәнгәс, һиңә беренсе хатымды яҙырға булдым. Беҙҙең Моряк мине көн һайын иртәнсәк мәктәпкә оҙата. Ҡайтып килгәнемде әллә ҡайҙан күреп, ҡойроғон болғай-болғай, ҡыуанып ҡаршы ала. Барыһы ла һинең хәлеңде һорашып, сәләмдәрен еткереп тора. Өләсәй моңһоу ҡарашын тәҙрәнән алмай, бите буйлап тамған күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, һинең иҫән-ҡайтыуыңды теләп, көн һайын доғаларын уҡый. Нур ағай, ошо хатты уҡып сыҡҡандан һуң күңелле бала сағың күҙ алдынан йүгереп үткәндер, сөнки ялға ҡайтҡан һайын урманға ҡарашыңды ташлап: «Их, бала саҡҡа кире ҡайтаһы ине, көрттәр яра-яра, рәхәтләнеп саңғыла шыуаһы килә, ә йәйгеһен мәтрүшкәле сәйҙәр эсеп, ҡолас йәйеп, бесән сабаһы ине», - тип бер аҙ көрһөнөп ала инең. Бер аҙ сабыр ит, ағайым. Донъяла һуғыштар тамамланыр, еребеҙҙә тыныслыҡ урынлашыр, иң мөһиме - тыуған яҡтарға имен-һау ҡайтырға тырыш. Беҙ һине түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ!» - тип тамамлай хатын Эмилия Әхмәтова. Фото: видеонан скриншот. Сығанаҡ: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.