Алда хәбәр итеүебеҙсә, былтыр, 9 майҙа, танылған йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың туғаны, билдәле блогер, өс бала әсәһе Диана Сәфәрәва юл-транспорт ваҡиғаһында фажиғәле һәләк булғайны. Уның мәктәптә уҡыған ҡыҙы һәм бәләкәй игеҙәк малайҙары етем ҡалды. Һаман булһа ғәйепләнеүсе иректә, суд көндән-көн һуҙыла. Ғәйепләнеүсе яҡ, быны махсус рәүештә эшләй, ти йырсы. "Латыповтың абсурд театры. Минең туғаным, өс кенә кескәй бала әсәһе Диананың фажиғәле вафатына тиҙҙән бер йыл тула. Ғәйепләнеүсе яҡ бөтә әҙәп һәм намыҫ сиктәрен уҙҙы. Латыпов, иҫерек килеш, ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпле булып, ҡурҡаҡ йән булып ҡасып киткән, беҙҙең Диананы үлергә ҡалдырып. Ғәйепләнеүсе ошо осорҙа өс адвокат алмаштырҙы, хәҙер дауаханаларға йөрөй башланы, меҫкен. Үҙ күрһәтмәләренән тулыһынса баш тарта, процесты махсус һуҙа, ғәйебен танымай. Уның ялғанлыҡтарынан суд та арығандыр, тип уйлайым. Иғтибар! Хәҙер ғәйепләнеүсе яҡ тағы ла түбәнселеккә бара. Улар минең исемемде насарлап яҙыр өсөн журналистар эҙләй башлаған. Хаҡы билдәле - 100 мең һум. Имеш, мин популярлығым менән файҙаланып, йәмәғәтселекте алдайым. Мин Диана өсөн ағай, популяр артист түгел. Ул быны аңламай. Латыпов, иҫеңдә тот! Миң һуңға ҡәҙәр Диананың исемен яҡлаясаҡмын. Һиңә бындай эштәр менән шөғөлләнергә кәңәш итмәйем. Ул ир-ат булараҡ яуап бирә алмай. Мин судтың ғәҙеллегенә ышанам", -ти йырсы Әнүәр Нурғәлиев. Фото һәм сығанаҡ: "Интертат".