Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс бала әсәһе һәнәк тотоп...

Асҡын районында фажиғәле үлтереш теркәлде. Шуныһы, аяныслы, енәйәтте өс бала әсәһе эшләгән. Был хәл былтыр сентябрҙә булған. Ҡатын өйөндә яңғыҙы йәшәгән, сөнки опека органдары уның балаларын тартып алған булған. Уға бер әшнәһе йыш килә башлаған һәм улар табын ҡорған. Бер көндө улар араһында низағ сыға. Ир ҡатынға ҡул күтәрә. Күп балалы әсә быға бик үпкәләй һәм үс алырға ҡарар итә. Ирҙең йоҡлап киткәнен көтә һәм һарайҙан сығып һәнәк алып кире инә. Карауатта ятҡан иргә дүрт тапҡыр һәнәк менән башына, тәненә, муйынына һәм аяҡтарына сәнсә. Бының менән генә туҡтамай, аш-һыу бүлмәһенә барып бысаҡ ала һәм тағы дүрт тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Ир травматик шоктан урында һәләк була. Әле был ҡатынға ҡарата суд ҡарар ҡабул иткән. Ул туғыҙ йыл иркенән мәхрүм ителгән һәм дөйөм режимлы колонияла ултырасаҡ. Фото: "Башинформ".