Яндан уҡ атыу – башҡорт халҡына тәбиғәттән һалынған һыҙаттарҙың береһе, тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Борон замандан бөгөнгә тиклем был милли спорт төрөнөң һаҡланып ҡалыуы быға ишара. Мәргәнлеген һынап уҡ атты сая ҡыҙҙар ҙа! Уҡ – иң боронғо ҡорал төрҙәренең береһе. Башҡорттарҙа борондан ат сабыштары, билбау көрәше һәм уҡ атыу ысын ир-егеттәр өсөн лайыҡлы шөғөл һаналған, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙен мәргәнлектә һынаған. Әйткәндәй, тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт мәргәндәре хатта бөйөк Гетеның алдында уҡ атып күрһәткән.Ә бөгөн ул – мауыҡтырғыс спорт төрө, маһирлыҡ һәм етеҙлек билдәһе. Күптән түгел Ғафури районының Яугилде ауылында, “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы, Ҡышҡы ғаилә уйындары барышында иң мәргән уҡсылар ҙа асыҡланды. Шуныһы үҙенсәлекле: улар милли кейемдә ярышты. Әйткәндәй, был – ошондай ярыштар өсөн төп талаптарҙың береһе лә. Был бәйге республиканан 65 уҡсыны йыйҙы. Көн аҙағына иң мәргәндәр миҙалдар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Шулай уҡ “Бәйге” һәм “Башҡорт күпбәйгеһе” ярыштарында Ғафури районы ауылдарынан ғына түгел, күрше Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Архангел райондарынан да ҡатнашыусылар булды. Сараның маҡсаты сәләмәт тормошто пропагандалау, традицион уҡ атыуҙы популярлаштырыу һәм үҫтереү, оҫталыҡты арттырыу, көслө мәргәндәрҙе асыҡлау, йәштәрҙе спорттың милли төрөнә йәлеп итеү ине. – Бындай ярыштарҙа даими ҡатнашам. Бөгөн дә, ара йыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән уҡсылар үҙ көсөн һынаны. Ярыш бик ҡыҙыу, көсөргәнешле барҙы, – тип һөйләне сығышы менән Баймаҡ районынан булған Венера Юлдашбаева. – Бөгөнгө ярыштар менән ҡәнәғәтмен, миңә был сара тағы ла нығыраҡ көс һәм дәрт өҫтәгәндәй тойолдо. Иремдең барлыҡ уй-ниәттәремде ҡеүәтләп тороуы ла ҙур этәргес көскә эйә, шуға форсат булған һайын ғаиләбеҙ менән ярыштарға ашҡынып барабыҙ. Үҙеңде һынап ҡарау, фекерҙәштәр менән аралашыу, ихлас күңелдән сәмләнеү, еңгәндә – шатланыу, еңә алмағанда – сабыр итеү – былар барыһы ла үҙе бер ғүмер. Беҙҙең ғаиләнең девизы – “Ятып ҡалғансы, атып ҡал!”. Венера менән Фәрит Юлдашбаевтар Яугилделә үткәрелгән турнирға Өфө районының Шамонин ауылынан килгәйне. Улар ике йылдан ашыу уҡ атыу менән шөғөлләнә. Яуланған призлы урындары ла байтаҡ. Мәҫәлән, Учалы районында ойошторолған “Баҡшай мәргәне” турнирында икеһе лә шәхсән һәм тағы ғаиләләр араһындағы ярыштарҙа беренсе урынға лайыҡ булған. Уҡытыусылары – бейеүсе, балетмейстер, режиссёр-ҡуйыусы, ҡурайсы, Башҡортостгндың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы Рәйес Низаметдинов. Әйткәндәй, былтыр октябрҙә Өфө районының Шамонин ауылында “Юрмаш мәргәне” бәйгеһе үткәрелгәйне. Сара “Мәргән уҡсы” хәрәкәте ағзалары Рәйес Низаметдинов һәм Венера Юлдашбаева тарафынан ойошторолдо. Ярышта 100-гә яҡын уҡсы ҡатнашты. – саҡтан уҡ эшләп, атып уйнай инек. Хәҙер Өфө районының Шмитдов ауылында был милли спорт төрө буйынса “түңәрәк” алып барам, уны популярлаштырыу өсөн көс һалам, – ти Венера Юлдашбаева. Венера – ҡатын-ҡыҙҙар, Фәрит ир-егеттәр араһында беренсе урынға лайыҡ булды. Гүзәл зат вәкилдәре араһында икенсе урынға – Ишембайҙан Зөһрә Сәфәрғолова, өсөнсөгә Дәүләкән районынан Нина Йосопова сыҡты. Ә көслө зат вәкилдәре араһында икенсе урынға – Дәүләкән районынан Илмир Әхмәтйәнов, өсөнсөгә ошо уҡ райондан Денис Йосопов лайыҡ булды. Спорт – ул сәнғәт, оло мәҙәниәт Спорт – ул үҙенә күрә сәнғәт, юғары мәҙәниәт. Уның өсөн талант та, тырышлыҡ та, яратыу ҙа, күңел һалыу ҙа кәрәк. Тағы спорт командала эшләргә, бер-береңде күтәрергә, ҡеүәтләргә, йыуатырға өйрәтә. Уҡ атыусылар араһында мәҙәниәт вәкилдәре лә бар ине. Илһам Байбулдин – республикабыҙҙағы ғәжәйеп төбәктәрҙең береһе булған Ғафури районындағы талантлы династия вәкиле. Ул – шулай уҡ ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, дөңгөр кеүек музыка ҡоралдарын эшләү оҫтаһы. Ил Хөкүмәтенең 2021 йылдың 17 декабрендәге ҡарарына ярашлы, “Рәсәй күңеле” премияһы менән “Йолаға әүерелгән халыҡ мәҙәниәте” номинацияһында башҡорт эпостарын башҡарыусы сәсән, Ғафури районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенең Красноусол ауылындағы халыҡ театры режиссеры Илһам Байбулдин бүләкләнгәйне. Тыуған яғында үткәрелгән ярыштарҙан да ситтә ҡалманы рухыбыҙҙы сит тарафтарға танытыусы шәхестәребеҙҙең береһе булған Илһам Байбулдин. Тренер ҙа, уҡытыусы ла! Яугилдегә көс уҡ атыуҙа ҡатнашҡан кикбоксинг буйынса спорт мастерлығына кандидат Фәим Ғайсин Ауырғазы районының Талбазы ауылында йәшәй. Шуныһы үҙенсәлекле: ул – ҡурайсы ла, тренер ҙа. Бала сағынан, сәнғәт менән бер рәттән, спорт донъяһына ынтылған, сәләмәт тормош алып барыу яҡлы булған. Фәим Салауат улы оҙаҡ йылдар ҡыҙҙарға һәм малайҙарға милли көрәш, каратэ серҙәрен өйрәтә. Бынан тыш, ҡурай ансамбленә етәкселек итә. Һәр эшен дә бирелеп китеп, ысын күңелдән башҡара ул. Бынан тыш, ул уҡ атыу оҫтаһы ла. Был ғына түгел, бынан бер нисә йыл элек Сибай ҡалаһында үткәрелгән уҡ атыу буйынса балалар республика чемпионатында Фәим Ғайсиндың улы Батырхан да ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Ярышта үҙ көсөн һынаған 10-13 йәшлек 31 спортсы араһынан иң күп мәрәйҙе Батырхан йыйҙы. Мәргән уҡсы диплом менән бүләкләнде. ...Көн аҙағына иң мәргәндәр миҙалдар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Шулай уҡ “Бәйге” һәм “Башҡорт күпбәйгеһе” ярыштарында район ауылдарынан ғына түгел, күрше Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Архангел райондарынан да ҡатнашыусылар булды. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.