Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы ойошторған “Ярҙам поезы” акцияһының һуңғы йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында республиканың 20 министрлығы һәм ведомствоһы белгестәре махсус хәрби операцияға бәйле мәсьәләләр буйынса консультация үткәрҙе. Был көндө генә лә 200-ҙән ашыу кеше ҡабул ителде, меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Һорауҙарҙың күпселеге ярҙам сараларын алыуға, льготалар юллауға, медицина һәм юридик ярҙам күрһәтеүгә ҡағылды. Башҡортостандың баш ҡалаһы кешеләренән тыш, Мишкә, Ғафури, Нуриман райондарынан, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларынан вәкилдәр килде. Граждандарҙы ҡабул иткәндән һуң Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры, республика Башлығы ҡарамағындағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса ведомство-ара комиссия рәйесе Лира Иғтисамова ҡатнашлығында брифинг уҙҙы. Вице-премьер билдәләүенсә, “Ярҙам поезы” акцияһы ошо ярҙамды күрһәтергә теләүселәрҙең барыһын да – ирекмәндәрҙе, вайымһыҙ булмаған граждандарҙы һәм ойошмаларҙы берләштерҙе. – Уҙған йылдың октябренән республиканың 16 район һәм ҡалаһында яугирҙәрҙең туғандары һәм яҡындары, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар “берҙәм тәҙрә” режимында ирекмәнлек, консультация, юридик һәм психологик ярҙам алды. Әлеге формат үҙенең һөҙөмтәлелеген һәм файҙаһын күрһәтте. Республика халҡына был квалификациялы консультациялар алырға һәм үҙ мәсьәләләрен бер юлы комплекслы, райондан сыҡмайынса хәл итергә мөмкинлек бирҙе, – тине Лира Иғтисамова һәм акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңышлы эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул Волга буйы федераль округы буйынса республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары талап иткән өҫтәмә ярҙам сараларының күп булыуын һөйләне. Махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары күрһәтеүгә йүнәлтелгән республика бюджеты средстволарының дөйөм күләме былтыр 5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һөйләүенсә, акцияның бөтә осоронда ете меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. – Уҙған йылдың октябренән беҙҙең “Ярҙам поезы” 16 муниципалитетта булып, бөтә республиканы тиерлек урап сыҡты. Акция барышында йәмғеһе ете меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселеге – ата-әсәләр, ҡатын-ҡыҙҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Ярҙам сараларын алыу, ташламалар булдырыу, юридик, психологик һәм медицина ярҙамы алыу – халыҡты борсоған мәсьәләләр. Шуны иҫәпкә алып, артабанғы күсмә эштә медицина йүнәлешен көсәйтергә планлаштырабыҙ, – тип хәбәр итте Гөлнур Ҡолһарина. Брифингта шулай уҡ министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, Ленин районы хакимиәте башлығы, Милли банк вәкиле, һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре сығыш яһаны. Улар кәңәштәр бирҙе һәм тәғдимдәр индерҙе. Сара “Ярҙам поезы”, һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре, шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандарын һәм яугирҙәрен бүләкләү менән тамамланды. Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23063/