Башҡортостан Рәсәй Президентын һайлауҙарға әҙерләнеүен дауам итә. ВЦИОМ-дың февраль айындағы һорауламаһы шуны күрһәтә: Рәсәй халҡының 85 проценты мөһим ваҡиға тураһында хәбәрҙар - 81 процент йылды ла, айҙы ла дөрөҫ атаған, 4 проценты йылды ғына әйтә алған. Бөгөн, 17 февралдә, республикала, шулай уҡ бөтә илдә, халыҡҡа мәғлүмәт биреү маҡсатынан, участка һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәре өйҙән-өйгә йөрөп сығыу акцияһын башланы. Башҡортостанда һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы эксперты Александр Кобыскан фекеренсә, “ИнформУИК” проекты әлегә тиклем үткәрелгән иң ҙур мәғлүмәт кампанияһы булып тора - Башҡортостанда ғына өйҙән-өйгә йөрөүҙә 11 меңдән ашыу кеше ҡатнашыры күҙаллана. - Был тәжрибә яңылыҡ түгел: Рәсәйҙә ул быға тиклем бер нисә тиҫтә йыл ҡулланылды, шуға күрә был формат өлкән быуынға нығыраҡ таныш булырға тейеш. Үҙәк һайлау комиссияһы быйыл тағы ла ошо механизмды ҡуллана. Һайлаусыларҙы мәғлүмәт менән таныштырғанда мобиль ҡушымта менән файҙаланыу ҡаралған. Ул һайлаусылар исем