Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү дауам итә

Республика ҡалаларында, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы, 67 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә, тип хәбәр итә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. Мәҫәлән, баш ҡаланың Урмансылар паркында спорт һәм балалар майҙансыҡтарын йүнәтеү, тәғәмләнеү урындарын яңыртыу, һуҡмаҡтар эшләү, яҡтыртҡыстар һәм видеокүҙәтеү ҡуйыу планлаштырылған. Башҡа ҡалаларҙа ла эш әүҙем бара. Салауат ҡалаһында Салауат Юлаев бульварындағы аллеяны күркәмләндереү дауам итә. Учалыла “Стела – сквер – сауҙа үҙәге” йүнәлешендә саф һауала йөрөүселәр, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн, урындар булдырыу, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ҡуйыу, Мәләүездә Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында төньяҡ һәм көньяҡтан инеү урындарын яңыртыу, фонтанды йүнәтеү, ял итеү өсөн өҫтәмә урындар булдырыу ҡаралған. Бынан тыш, Башҡортостаныбыҙҙың ауылдарында ла йәмғеһе 56 йәмәғәт урынын төҙөкләндереү күҙ уңында тотола. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли про

Республика ҡалаларында, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы, 67 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә, тип хәбәр итә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. Мәҫәлән, баш ҡаланың Урмансылар паркында спорт һәм балалар майҙансыҡтарын йүнәтеү, тәғәмләнеү урындарын яңыртыу, һуҡмаҡтар эшләү, яҡтыртҡыстар һәм видеокүҙәтеү ҡуйыу планлаштырылған. Башҡа ҡалаларҙа ла эш әүҙем бара. Салауат ҡалаһында Салауат Юлаев бульварындағы аллеяны күркәмләндереү дауам итә. Учалыла “Стела – сквер – сауҙа үҙәге” йүнәлешендә саф һауала йөрөүселәр, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн, урындар булдырыу, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ҡуйыу, Мәләүездә Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында төньяҡ һәм көньяҡтан инеү урындарын яңыртыу, фонтанды йүнәтеү, ял итеү өсөн өҫтәмә урындар булдырыу ҡаралған. Бынан тыш, Башҡортостаныбыҙҙың ауылдарында ла йәмғеһе 56 йәмәғәт урынын төҙөкләндереү күҙ уңында тотола. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты РФ Президенты В. В. Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ, фото: национальныепроекты.рф/news/v-gorodakh-bashkirii-blagoustroyat-67-obshchestvennykh-prostranstv