Уның позывнойы “Әүлиә”. Тимәк, изге кеше. Ислам динендә шулай уҡ “әүлиә” тип көндәрен доға уҡып үткәргән, дин юлына баҫҡан, рухи донъяһын байытыу өҫтөндә эшләгән кешеләрҙе атайҙар. Геройымдың һуғышҡа тиклемге йәшәү рәүеше менән таныш булмаһам да, уның махсус хәрби операция зонаһына иң изге теләктәр менән китеүен беләм. Алдынғы һыҙыҡта һәләк булған һәр йәш һалдаттың үлемен йөрәк аша һыҙланып үткәргән Фидан артабан тыныс тормошта йәшәй алмауын аңлай. Үткән йылдың апрелендә йәнә ҡалаға сираттағы 200 йөгө ҡайтҡас, түҙемлеге бөтә, ул үҙ теләге менән фронтҡа китергә ҡарар итә. “Ә бит был егеттең урынында минең улдарымдың береһе булыуы мөмкин ине, – тип уйлай күп бала атаһы. – Беҙ йәшәгәнен йәшәгән инде. Үлтерһәләр, ни эшләйһең, барыһы ла Хоҙай Тәғәлә ихтыярында. Бәлки, мин йәштәрҙең береһен алыштырырмын...” 2023 йылдың 24 апрелендә элек ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән яугир, юғары белемле юрист Фидан М. махсус хәрби операция зонаһына Даян Мурзин исемендәге мотоуҡсылар батальоны составында үҙ теләге менән һуғышҡа инә. Аҙаҡ был батальон “Башҡортостан” полкының беренсе батальоны булып китә. Уларҙы Өфө ҡалаһының Совет майҙаны аша тантаналы марш менән туп-тура уҡыу үҙәгенә оҙаталар. Ошонда уның артабанғы хәрби яҙмышы билдәләнә. 59 йәшлек яугир медицина взводы командиры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә һәм Киров исемендәге Петербург хәрби-медицина академияһына ҡыҫҡа сроклы курстарға уҡырға ебәрелә. “Уҡытыу кимәле бик юғары булды, – ти Фидан М. – Беҙҙе “ҡыҙыу нөктәләрҙә” тәжрибә туплаған хәрби табиптар уҡытты. Ике аҙна эсендә алғы һыҙыҡта медицина хеҙмәткәре белергә тейешле бөтә нимәгә өйрәттеләр: яраны бәйләргә, ҡан ағыуын туҡтатырға, системалар ҡуйырға, укол яһарға... Хатта манекендарҙа трахеостомияны үҙләштерҙек. Практик күнекмәләр хәрби шарттарға яраҡлаштырылған, пиротехник шартлауҙар менән, яланда үткәрелде. Тыныс тормошта ниндәйҙер бәлә-ҡаза, авария була ҡалһа (Хоҙай күрһәтмәһен!), мин кемгәлер ярҙам итә алам хәҙер”. Взводҡа профессиональ табип килгәнсегә ҡәҙәр уға медицина взводы командиры вазифаһын башҡарырға тура килә. Шунан һуң ғына уны яралыларҙы туплау һәм эвакуациялау буйынса медицина бүлексәһе командиры итеп тәғәйенләйҙәр. “Бүлексә” һүҙе яңғырашлы тойолһа ла, ул ни бары өс кешенән һәм бер автомобилдән генә тора. Улар рациянан хәбәр алыу менән алғы һыҙыҡҡа яралыларҙы алыу өсөн йүнәлә. – Күпме яугирҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡалдығыҙ? – тигән һорауға яугир баҫалҡы ғына яуапланы: “Ғүмерен ҡотҡарҙы” тип әйтеү урынына “ҡотҡарырға ярҙам итте”, тиеү дөрөҫөрөк булыр. Нигеҙҙә еңеләрәк яраланған егеттәрҙе алып сығырға тура килде, үкенескә ҡаршы, һәләк булған өс яугирҙе алып сыҡтыҡ”. Заманында Уинстон Черчиль:” Генералдар һәр саҡ үткән һуғышҡа әҙерләнә”, – тигән. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҙур тәжрибә туплаған, хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең күбеһе “был һуғыш береһенә лә оҡшамаған”, ти. Хәрби бәрелештәр йышыраҡ артиллерия дуэлдәре ярҙамында бара, шуға күрә снаряд ярсыҡтарынан яраланыусылар күп. Яугир менән окоптағы хәрби тормош менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ.”Украин хәрбиҙәре окоптарында ваҡ кимереүселәр күплеге тураһында йыш яҙҙылар, ә һеҙҙә улар бармы?” - тип һорауыбыҙға, яугир көлөмһөрәп: “Сысҡандарҙы кемдең окобы булыуы ҡыҙыҡһындырмай бит, улар бер ниҙән ҡурҡмай. Ә бесәйҙәргә – ҡытлыҡ! Ҡәҙерле “ҡунаҡтарҙы” ашатып-эсереп, иркәләп, ситкә ебәрмәҫкә тырышаһың, ә улар блиндажды тикшереп ҡарап сығып, иң йылы, иң йомшаҡ урынды һайлап алып, йоҡо туйҙыра ла ҡайҙалыр сығып олаға”, – тине. Көнкүреш шарттарының, туҡланыуҙың нисек булыуы менән ҡыҙыҡһынабыҙ. – Землянкаларҙы үҙебеҙ ҡаҙҙыҡ. Түбәһе ике ҡатлы. Снаряд тура төшмәһә, ул ярсыҡтарҙан һаҡлай. Дошман күбеһенсә кассетлы снарядтар яуҙыра. Туҡланыуға килгәндә, һис зарланырлыҡ түгел, бөтәһе лә бар, кәнфит-печенье, лимонына тиклем. Үҙебеҙ аш-һыу әҙерләйбеҙ, – тип,һалдаттарҙың көнкүреше менән таныштырҙы яугир. Һуғышта һуғыштағы кеүек инде. Бөтәһен дә йәйғор төҫтәрендә һүрәтләү мөмкин түгел. Тик егеттәребеҙ зарланырға яратмай, ауырлыҡтарҙы тыныс кисерергә ғәҙәтләнгән. – Офицерҙар составы нигеҙҙә элекке хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренән тулыландырылған. Үҙ эштәрендә бына тигән белгес булһалар ҙа, һуғышта кадровый офицерҙар кәрәк. Һуңғы ваҡытта улар ҙа килә башланы. Полк командирынан уңдыҡ, бик булдыҡлы, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, өҫтәүенә Башҡортостандан. Рядовой составтың күпселеген ауыл егеттәре тәшкил итә, ҡайһы берҙәре хеҙмәт итмәһә лә, бик ҡыйыуҙар, дыуамалдар, ябайҙар, – ти яҡташыбыҙ, ғорурланып. – Махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар ҡабул итеүем тураһында бер ҡасан да үкенмәнем. Аңлы рәүештә, уйланылған ҡарар ине.. Әгәр дошманды туҡтатмаһаҡ, улар беҙҙең өйгә киләсәк һәм был буш һүҙ түгел. Уйлап ҡарағыҙ: әгәр уларға пленға эләккән егеттәрен алыштырыу өсөн алып барған самолетты шартлатыуы бер ни түгел икән, тимәк, уларҙы бер көс туҡтатмаясаҡ. Быны һәр кем аңларға тейеш. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фаяз Йомағужин. Фото: шәхси архивтан. https://srgazeta.ru/