Был хаҡта Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә һөйләне. 2023 йылда Башҡортостан урмансылары 5 тоннанан ашыу орлоҡ йыя, шул иҫәптән: 3,5 тонна ҡарағай, 1,6 тонна шыршы, 37 килограмм ҡарағас, 310 килограмм япраҡлы ағас орлоғо туплайҙар. Яҙ көнө орлоҡтар ағас питомниктарында сәселәсәк, ә ике йылдан һуң урман фонды ерҙәрендә, шулай уҡ "Хәтер баҡсаһы" халыҡ-ара акцияһы һәм "Урманды ҡотҡарайыҡ" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ултыртыласаҡ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: орлоҡ йыйыу урманды һаҡлауҙың мөһим өлөшө булып тора һәм Рәсәй Президенты башлап ебәргән "Экология" милли проектының (национальный проект “Экология”) Урманды һаҡлау" федераль проекты маҡсаттарын уңышлы тормошҡа ашырыуҙың аныҡ миҫалы, - ти Марат Шәрәфетдинов. Фото Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан алынды.