Өфөнән программист Илгиз Фазлыев “Яңы заман өсөн көслө кешеләр” йәмәғәт башланғыстары төбәк форумында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн электромобилде презентациялаған. Нейротехнолоияларҙы һөҙөмтәле файҙаланыу, “аҡыллы” ҡоролмалар, һанлы хеҙмәттәр һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә йәмғиәттә үҙ урынын табырға булышлыҡ итә. Быға “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” технологик үҫешкә булышлыҡ итеү масштаблы комплекслы программаһы ярҙам итә, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. - Электромобилдең прототибы биҡ ҡыҙыҡ. Был – ҡыйыу идея һәм ул федераль белгестәрҙең иғтибарына, һис шикһеҙ, лайыҡ. Илгиз үҙ проблемаһында хәрәкәт итеүҙең бына ошондай сараһының кәрәклеген һиҙгән, барлыҡ белемен, мөмкинлектәрен файҙаланған. Ябайлаштырылған модель бар һәм уны автор үҙе ҡуллана, - тип белдерҙе республиканың дәүләт идараһы һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин. 2024 йыл – Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хәстәрлек йылы. Ә был проект ошондай кешеләрҙең то