Күп яҡлап талант эйәһе, Ауырғазы районының Талбазы ауылынан автор-башҡарыусы Зөлфиә Сидорова Рәсәй 1 телеканалында Андрей Малахов менән “Бөтә күңелдән йырҙар" ("Песни от всей души") популяр тапшырыуына төшөүгә саҡырыу алғайны. Программаның мөхәррирҙәре уның интернетта ҙур ҡарауҙар алған йырҙары менән роликтарына иғтибар итәләр, тапшырыуға саҡыралар. - Күптән түгел генә үтә алмаҫлыҡ булып күренгән алыҫ юл уңышлы үтте. Күңелем түрендә, башҡаларға күренмәгән һандыҡта, мин Андрей Малахов менән “Бөтә күңелдән йырҙар" ("Песни от всей души") тапшырыуына Мәскәүгә барыу тураһында күңелле хәтирәләр һаҡлармын. Күпме иҫ киткес талантлы кешеләр менән осраштым, улар менән аралашыу мине оҙаҡ ваҡыт ижадҡа илһамландырасаҡ! Күпме яңылыҡты белдем, тапшырыуҙың бөтә процесын эстән күрҙем. Һәм, әлбиттә, Андрей Малаховтың үҙ эшенең ысын профессионалы һәм яҡшы кеше икәненә инандым, – тип бүлеште үҙенең тәҫьораттаы менән Зөлфиә Сидорова. Мәғлүмәт: https://vk.com/nogotokbrovkin