Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әбделкәрим оҫталары менән данлы

Йәрмәкәй районының Әбделкәрим ауылы эшһөйәр халҡы һәм оҫталары менән тирә-яҡта билдәле. "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашып, Әбделкәримдәр халыҡ кәсептәрен һаҡлау буйынса үҙ тәжрибәһен күрһәтә, ауыл оҫталары хаҡында һөйләй. Уҙған быуаттың икенсе яртыһында был оҫта йорттар төҙөгән, ғәжәйеп кәрниздәр яһаған, ағастан йыһаздар эшләгән, мейестәр һалған, саналар эшләгән. Әбделкәримдәр әйтеүенсә, Хәмиҙулла ағай мәктәп урамынан күптәрҙе үҙенең эштәре менән шатландырған. Әммә уның иң мөһим ижады - үҙенең матурлығы менән иғтибарҙы йәлеп иткән ауыл мәсете, уны ул башҡа балта оҫталары менән бергә төҙөгән. Ә дини йорттоң эске биҙәлешен Хәмиҙулла ағайҙың уҡыусыһы Сергей Дегтярев башҡарған. Ҡасандыр Өфө заводтарының береһендә эшләүсе ҡала егете Сергей Иванович Дегтярев ғаиләһе менән Йәрмәкәй районының Әбделкәрим ауылына күсенә. ҡатынының туғандары йәшәгән матур урындар уға ныҡ оҡшай. Күп тә үтмәй, оҫта ҡуллы егетте Хәмиҙулла ағай үҙенең өй төҙөгән бригадаһына саҡыра. Шулай итеп, Сергей Ивано

Йәрмәкәй районының Әбделкәрим ауылы эшһөйәр халҡы һәм оҫталары менән тирә-яҡта билдәле. "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашып, Әбделкәримдәр халыҡ кәсептәрен һаҡлау буйынса үҙ тәжрибәһен күрһәтә, ауыл оҫталары хаҡында һөйләй. Уҙған быуаттың икенсе яртыһында был оҫта йорттар төҙөгән, ғәжәйеп кәрниздәр яһаған, ағастан йыһаздар эшләгән, мейестәр һалған, саналар эшләгән. Әбделкәримдәр әйтеүенсә, Хәмиҙулла ағай мәктәп урамынан күптәрҙе үҙенең эштәре менән шатландырған. Әммә уның иң мөһим ижады - үҙенең матурлығы менән иғтибарҙы йәлеп иткән ауыл мәсете, уны ул башҡа балта оҫталары менән бергә төҙөгән. Ә дини йорттоң эске биҙәлешен Хәмиҙулла ағайҙың уҡыусыһы Сергей Дегтярев башҡарған. Ҡасандыр Өфө заводтарының береһендә эшләүсе ҡала егете Сергей Иванович Дегтярев ғаиләһе менән Йәрмәкәй районының Әбделкәрим ауылына күсенә. ҡатынының туғандары йәшәгән матур урындар уға ныҡ оҡшай. Күп тә үтмәй, оҫта ҡуллы егетте Хәмиҙулла ағай үҙенең өй төҙөгән бригадаһына саҡыра. Шулай итеп, Сергей Иванович балта оҫтаһы һөнәрҙәренә өйрәнә. Үҙенең оҫтаханаһында башҡа предметтарға оҡшамаған эксклюзив ижад әйберҙәре - аркалар, комодтар, шкафтар, ултырғыстар, журнал өҫтәлдәре, креслолар һәм аш-һыу гарнитуралары ижад итә. Уның берәмләп һатыла торған әйбҽрҙәрҽ бөгөн Йәрмәкәй районындағы күп йорттарҙың интерьерын биҙәй. Ә Дегтяревтар йортон бөгөнгө көндә ысын ағас эше сәнғәте музейы, тип атарға мөмкин. Бер йылдан ашыу элек Сергей Иванович был донъянан китһә лә, ул эшләгән предметтар уның ҡул йылыһын һаҡлаған һымаҡ. Ә оҫтаның эшен, заманса технологияларҙы һәм яңы инструменттарҙы ҡулланып, ейәне Динар Фәттәхов дауам итә. Ул һөнәре буйынса инженер. Төп эшҽнән буш ваҡытта лазер станогында ағастан йорт өсөн аксессуарҙар: портреттар, ҡотлау открыткалары, конверттар, батмустар, ҡумталар, копилкалар, шахматтар, балалар уйынсыҡтары һәм башҡа нәмәләр эшләй. Динар Өфөлә йәшәһә лә, тыуған төйәге менән бәйләнешен өҙмәй. Әбделкәримдәге Роза өләсәйенә йыш ҡайта. Ә бер көндө ул район хакимиәтендә эшҡыуарлыҡ сәғәтендә булды. Хәҙер ул бәләкәй ватанында, шулай уҡ, унан ситтә лә төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Ваҡыт үтеү менән, Фәттәховтың мауығыуы табышлы бизнесҡа әүерелер, тип күҙаллана, сөнки кешеләрҙең халыҡ кәсептәренә һәм берәмләп һатыла торған тауарҙарға ҡыҙыҡһыныуы арта. Дегтяревтар ғаиләһенең ҡатын-ҡыҙҙары тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп үтергә теләйем. Сергей Ивановичтың хәләл ефете Роза Рафаэл ҡыҙы һәр саҡ оҫтаханала уның беренсе ярҙамсыһы булды. Бөгөн Роза апай картиналарҙы алмас техникала төшөрә, ырғаҡ менән бәйләй. Был нәҫелдең башҡа оҫталары тураһында ла әллә күпме яҙырға мөмкин. Татьяна Сергеева. Мансур Арыҫланов фотоһы.