Найти тему
Башҡортостан гәзите

Илдең санитар ҡалҡаны һынауҙарға әҙер

Баш ҡалалағы “Торатау” конгресс-холында ”Роспотребнадзор” идаралығының киңәйтелгән йомғаҡлау коллегияһы булып үтте. Унда Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова, шулай уҡ территориаль федераль органдар, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡатнашты. “Мөһим хеҙмәттең пандемия осоронда нығынған юғары потенциалы бөгөн дә илдең санитар ҡалҡанын һәм санитар-эпидемиологик именлеген тәьмин итеүҙә киләсәк йүнәлештәрҙе билдәләй”, – тине идарлыҡ етәксеһе Анна Казак. Ул 2023 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны һәм быйылға өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләне. Сарала юғары профессионаллек күрһәткән хеҙмәткәрҙәр дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнде. Анна Казак республика Хөкүмәтенә һәм хеҙмәткәрҙәренә граждандар сәләмәтлеге һәм хоҡуҡтарын яҡлау хаҡына башҡарған уңышлы эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Фото: https://vk.com/02rospotreb