Полиция хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә: банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең шылтыратыуҙарына ышанырға ярамай. Благовещенда йәшәгән 68 йәшлек ҡатын мутлашыусылар ҡорбаны булған. Ғариза менән ул полиция бүлегенә мөрәжәғәт иткән. Пенсионер ҡатынға билдәһеҙ номерҙан шылтыратҡандар. Улар үҙҙәрен кредит бүлеге белгестәре һәм Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған. Улар зыян күреүсегә уның исеменә 12 кредит рәсмиләштерелгәнен һәм уларҙан ҡотолоу өсөн аҡсаны “резерв иҫәпкә” күсерергә кәрәклеген хәбәр иткән. Енәйәтселәргә ҡатын үҙенең 700 мең һум аҡсаһы барлығын хәбәр иткән. Уға сумма бик бәләкәй тип яуап бирәләр һәм фатирҙы һатырға тәҡдим итәләр. Бер аҙна эсендә ҡатын фатирҙы 3 миллион 250 мең һумға һаҡтан. Бөтә аҡсаны, дүрт миллион һум самаһы, мутлашыусылар күрһәткән иҫәпкә күсергән. Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуы тураһында ул ҡыҙы менән аралашҡандан һуң белгән. Полиция хеҙмәткәрҙәренә пенсионер ҡатын бындай мутлашыуҙар тураһында бығаса белмәгәнен хәбәр иткән. Полиция хеҙмәткәрҙәре банктың хәүефһеҙлек хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәренең банк карталарынан рөхсәтһеҙ аҡса алырға маташыуҙары, кредит рәсмиләштерелеүе, шулай уҡ аҡсаны резерв иҫәбенә күсереү тәҡдиме тураһында хәбәр итеүҙәренә ышанырға ярамай, тип иҫкәртә. Авторы: Гөлнур Абдуллина Фото: Нәсих Хәлисов Сығанаҡ: https://blagpanorama.com/news/novosti/2024-02-28/v-bashkirii-pensionerka-otdala-moshennikam-okolo-chetyreh-millionov-rubley-3660415