Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республика төбәктәрендә эштәр гөрләй

Көн тәртибендә биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре һәм 2024 йылға урындағы үҙидара органдарының бурыстары ҡаралды. Семинар башында төбәк етәксеһе муниципалитеттарға 2023 йылда республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин иткәндәре, шулай уҡ социаль-иҡтисади программаларҙы һәм проекттарҙы үтәгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ ул яҡын киләсәккә милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу, артабанғы иҡтисади үҫеште тәьмин итеү, социаль йөкләмәләрҙе үтәү бурыстарын билдәләп үтте. Радий Хәбиров 2024 йылда әһәмиәтле ваҡиғалар – Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлығын һайлау, Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү кеүегерәк саралар көтөлөүен иҫкә төшөрҙө. Уларға әҙерләнеүгә һәм үткәреүгә яуаплы ҡарарға саҡырҙы. Семинар программаһы сиктәрендә ҡатнашыусылар төп финанс-иҡтисади күрһәткестәр динамикаһын, төбәктәге социаль-сәйәси хәлде, урындағы властың халыҡ менән үҙ-ара эш итеүен әүҙемләштереүҙе һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәк үҫешенең төп параметрҙарын тәҡдим итте. Фото: glavarb.ru