Бишбүләк районының Сухоречка ауылында йәшәгән Галина Ғабдрахманованың яратҡан шөғөлө – кейеҙ баҫыу. Тормош иптәше Илдус Биктаһир улы менән Себер тарафтарында ете йыл эшләгәндән һуң иренең тыуған ауылы Яңы Биктәшкә ҡайталар. Галина Петровна оҙаҡ ваҡыт “Сухоречка” кооперативында лаборант, келәт мөдире, бухгалтер булып эшләй. Аҙаҡ китапханасы эшен тәҡдим итәләр. Ижади эш уға бик оҡшай. –Өйҙә ултырғанда интернетта кейеҙ баҫыу форумына барып эләктем.Социаль селтәрҙә оҫталыҡ дәрестәрен ҡараным. Миңә был эшкә инеп китеү өсөн бер йылға яҡын ваҡыт кәрәк булды. Шулай аҡрынлап мөғжизәле кейеҙ донъяһына аяҡ баҫтым, - тип хәтерләй ул осорҙо ҡул оҫтаһы. – Хәҙер мин Балалар сәнғәт мәктәбендә балалар менән шөғөлләнәм, бергәләп башҡорт орнаменттарын өйрәнәбеҙ. Галина Петровна әйтеүенсә, иң яҡын кешеһе - тормош иптәшен юғалтыу ҡайғыһын баҫырға тап ошо ҡул эштәре менән шөғөлләнеү ярҙам иткән. ”Ижад миңә ҡайғыны еңергә булышты”, ти ул. Үҙенең ҡул эштәре менән төрлө республика һәм район конкурстарында