1 мартта Өфөлә VIII “Ҡатын – ҡыҙ-милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Сараның финалы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 13.00 сәғәттә башлана. Ошо айҡанлы “Башинформ” агентлығында матбуғат конференцияһы үтте. Унда конкурсты ойоштороусылар – БР Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова ҡатнашты. Әүҙем йәмәғәт лидерҙары араһында йыл һайын үткәрелгән ҡатын-ҡыҙҙар конкурсы Башҡортостандың визит карточкаһына әүерелде, уның форматы үҙенсәлекле. Конкурс өс этапта — муниципаль, төбәк һәм бөтә Рәсәй этабында үтә. Бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Конкурстың финалында Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, ХМАО-нан, Мәскәүҙән һәм Удмуртиянан делегациялар ҡатнашасаҡ. Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, еңеүселәргә 30 кубок тапшырыласаҡ. Ғәҙәттәгесә, 10 номинацияла өсәр лауреат бүләкләнәсәк: “Милләт әсәһе”, “Лидер”, “Мәҙәниәт”, “Медицина хеҙмәткәре”, “Ғалимә”, “Педагог”, “Бизнес-леди” , “Оҫтабикә”, “Көмөш ирекмән”, “Йәштәр лидеры”. Иң йәш ҡатнашыусыға – 18, иң тәжрибәлеһенә – 93 йәш. Быйыл иң күп ғаризалар “Көмөш ирекмән” номинацияһында тапшырылған. VIII “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсының финалында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм Рәсәй Геройҙарын тәрбиәләгән әсәләр, Донбасс халҡына һәм махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусылар, махсус хәрби операция үткәреү зонаһында фиҙакәр хеҙмәт иткән табиптар ҡатнаша. Сәхнәгә Рәсәй Геройҙарының әсәләре һәм тол ҡатындары саҡырыласаҡ. Сара сиктәрендә күргәҙмәләр, граждандарҙы ҡабул итеү ойоштороласаҡ, ортопедик ойошмалар, реабилитация үҙәктәре үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләренә, ҡатындарына, тол ҡатындарына медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Йыйылыусылар халыҡ дауалаусылары мәктәбендә дини ойошма вәкилдәре – руханиҙар, имамдар менән кәңәшләшә ала. Шулай уҡ Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан ҡатнашыусылар мобиль матурлыҡ салондары хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлегенә лә эйә буласаҡ. Йола буйынса, финалда 17 ҡатын-ҡыҙға Рабиға Ҡушаева исемендәге Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте миҙалдары тапшырыласаҡ. Конкурсты ойоштороусылар – “Ватанды һаҡлаусылар” фонды булышлығында Башҡортостан Республикаһының “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы”, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто. Рәмилә МУСИНА фотоһы.