27 февралдә Өфөнөң “Нур” дәүләт татар театрында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың татар йәмәғәтселеге вәкилдәре менән милләт-ара татыулыҡты нығытыу, татар телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү, социаль башланғыстарға булышлыҡ итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы республикала милли телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылыуын билдәләне. – Башҡортостанда бер миллионға яҡын татар йәшәй. Һеҙҙең йәмәғәт һәм мәғрифәтселек ойошмалары – татарҙарҙың милли-мәҙәни автономияһы, Татарҙар конгресы һәм башҡалар республика тормошонда ҙур роль уйнай. Шулай уҡ Өфөләге “Нур” татар театры республикалағы иң матур архитектура объекттарының береһе булып тора, – тине Башҡортостан Башлығы. Төбәк етәксеһе республика алдында торған мөһим бурыстарҙы – махсус хәрби операцияға, унда ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, шулай уҡ иҡтисадты үҫтереүҙе билдәләп үтте. – МХО-ға ярҙам итеү маҡсаты менән бөтә республика берләште. Ауыр ваҡыттарға һәм санк