Илеш районының Үрмәт ауылы клубында үткән әҙәби-музыкаль кисәлә ҡатнашырға насип булды. Был матур сараны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлмира Фәнис ҡыҙы Ғимаҙова әҙерләп уҙғарҙы. Унда Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Илшат Сибәғәтуллин, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, журналист Айгөл Ғәбитова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Рәсидә Мостафина, мәғариф бүлеге хеҙмәткәре Земфира Минһажева, ауыл халҡы, уҡытыусылар, хеҙмәт ветерандары, уҡыусылар ҡатнашты. Кисә яҡташ шағирҙарыбыҙ Роберт Миңнуллин, Ринат Хәйри һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, уларҙың шиғырҙары менән үрелеп барҙы. Үрмәт ауылы егете Ринат Хәйриҙең тыуған яҡҡа арналған шиғырҙары бигерәк тә күңелгә ятты, уларҙы ҡатнашыусылар айырым бер хис менән һөйләне. Уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа артистарса оҫта итеп йырҙар башҡарҙы. Илшат Сибәғәтуллиндың Лариса Абдуллина һүҙҙәренә үҙе яҙған йырҙарын, Рүзәл Ғәлиевтең, Рәсидә Мостафинаның Ринат Хәйри, Роберт