Найти тему
Башҡортостан гәзите

Атаһы янғында һәләк булған, ә улы...

Бөгөн төндә Бөрө ҡалаһында фажиғәле хәл теркәлгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, төндә ашығыс хеҙмәттәргә Бөрөлә янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән. «Янғын һүндереүселәр төнгө сәғәт өсөнсөлә Красноармейская урамындағы шәхси йортто һүндереүгә сыға. 60 квадрат метр майҙанда төкәтмә соланлы йортҡа "ҡыҙыл әтәс" ҡунған. Утты һүндереү барышында 1972 йылғы ир-егет кәүҙәһе табылған. Уның 14 йәшлек улының тәне бешкән. Башы, муйыны, уң ҡулы (10%) бешеү диагнозы менән реанимация бүлегенә оҙатылған. Шулай уҡ йортта янғын сыҡҡан мәлдә эвакуацияланып өлгөргән ҡатын булған», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Янғын сәбәптәрен асыҡлау һәм бындай осраҡтарға артабан юл ҡуймау маҡсатында ваҡиға урынында дәүләт комитеты инструкторҙары эшләй. Янғын сәбәбен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе асыҡлай. Ут менән һаҡ булығыҙ, йылытыу приборҙарын тоҡандырып йоҡларға ятмағыҙ. Үҙегеҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Фото: "Башинформ".