Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бушҡа килмәнек, еңергә тип килдек!

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткән егеттәребеҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Ҡыш башында махсус хәрби операция биләмәһендә булған саҡта улар менән күрешеп, аралашыу форсаты тейгәйне. “Айыу” позывнойлы яугир Учалынан. Контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә йәй аҙағында килгән. – Ҡалай позывнойың ҡыҙыҡ, ни эшләп “Айыу”? – тип һорайым. – Бындағы егеттәр ҡушты инде, тайыштабанһың, айыуға оҡшағанһың тиҙәр, – ти ул көлөп. “Айыу” хәрби әҙерлекте Һамарҙа үтә. Үҙе “химиктар” взводында хеҙмәт итә. Баҡһаң, химик составлы бомбалар килеп төшһә, улар приборҙар менән бара һәм ағыуланыу кимәлен үлсәй икән. Ғәҙәттә, юлға кис сығалар, төнөн эшләйҙәр. Отделение командиры булған “Айыу” водитель менән һәр саҡ урынға үҙе бара. Биш көн һайын ротация булып тора. – Химик бомбалар менән атыу тыйылһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дошман уйлап тормай, ундайҙар менән дә йыш ата. Ғөмүмән, улар фосфорлы бомбалар менән дә, кассеталыһы менән дә ата, ғәҙел һуғышмайҙар, – ти ул. Тыныс тормошта ул электр монтажсыһы булған. Әле үҙенә 48 йәш. Өс малай атаһы. Әйткәндәй, өлкән улы Пензала сроклы хеҙмәттә, армиянан һуң контракт төҙөргә тигән уйы ла бар икән. Уртансы улы Белоретта медицина колледжында белем ала, бәләкәйе әсәһе янында, 7-е класта уҡып йөрөй. – Ҙур ғаиләң һине нисек ебәрергә булды һуң? – тип һорайым. – Кем дә булһа илде яҡларға тейеш тип уйлайым. Һау, көс-дәрт ташып торған саҡта барырға, егеттәргә ярҙам итергә кәрәк тинем. Әлбиттә, ҡарар ҡабул иткән саҡта тәү сиратта патриотик хистәр өҫтөнлөк итте. Малайҙарҙы ла аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Ныҡлап уйлашҡас, ҡатын ризалашты. Мөмкинлек булыу менән шылтыратам, бәйләнештә булып торабыҙ, барыһы ла яҡшы тип күңелен тынысландырам, – ти ул. Дөйөм алғанда, “Айыу” барыһы менән дә ҡәнәғәт. Яңыраҡ ул ялға ҡайтып килгән. Автобустар килеп алды, тәғәйен урынға күсереп ултыртмай ғына алып барып еткерҙе, ти. – Бындай иғтибар, яугирҙәргә булған яуаплы ҡараш өсөн республика етәкселегенә, шәхсән Башлығыбыҙ Радий Хәбировҡа рәхмәтлемен. Аҡса ваҡытында түләнә, бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгәнбеҙ. Тегендә ғаиләләребеҙ ҙә ҡараулы, барлыҡ ташламалар менән файҙаланалар, – ти “Айыу”. – Полк бик яҡшы, егеттәр һәйбәт. Маҡсатыбыҙ бер – тиҙерәк еңеү менән ҡайтырға. Бушҡа килмәнек, еңергә тип килдек, һәм Аллаһ бирһә, оҙаҡламай быға өлгәшербеҙ. В. Уразбаев фотоһы.