Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөнө юбилейында ниндәй байрам саралары көтә?

28 февралдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында тура эфирҙа Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейын байрам итеү сиктәрендә ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын нимә көтөүе хаҡында һөйләне. Интервью Республика менән идара итеү үҙәгендә булды. Нимә эшләнгән? Яңыртылған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Өлфәт Мостафин исемендәге яңы Спорт әҙерлеге үҙәге, 6,5 мең квадрат метр майҙанда ябыҡ футбол майҙаны асылды. 2023 йылда ремонтлауға ҡарағанда яңы юл күберәк һалынған, 70 километрҙан ашыу тротуар һалынған. Күптән көтөлгән Зинин юл үткәргесен астылар. 45 меңгә яҡын иҫке яҡтыртҡыстар замансаға алмаштырылды. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты буйынса Аксаков исемендәге баҡса һәм Альбанов скверы төҙөкләндерелде. Нефтехимиктарҙың мәҙәниәт һәм ял паркын, Йылы күле янындағы биләмәне яңырттылар. “Өфө муйынсағы” үҙенсәлекле проекты һәм “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы үҙ үҫешен дауам итә. Йәнә ниндәй объекттар төҙөү күҙаллана? Тәү сиратта – ул Көрәш үҙәге, шулай уҡ Фехтование үҙәге һәм ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы. Етди проекттарҙың береһе – Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау. Беҙ ҡасан байрам итәбеҙ һәм нисә ҡунаҡ көтәбеҙ? Байрам әленән үк билдәләнә башланы тип әйтергә була, сөнки йыл – юбилейлы, “бүләктәр” ҙә алабыҙ. Күп ҡунаҡтар көтәбеҙ, сөнки Өфөнөң илебеҙҙең башҡа ҡалаларында һәм сит илдәрҙә партнерҙары бик күп. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү буйынса федераль кампания бара. Байрам 31 августа була. Ниндәй байрам саралары планлаштырыла? Бай эстәлекле программа көтөлә. Көн сәскәләр һалыу тантанаһынан башланасаҡ. “Өфө-Арена”ла рәсми кешеләр ҡатнашлығында тантаналы йыйылыш уҙасаҡ, “Торатау” конгресс-холы янындағы Өфө амфитеатры һәм Ленин исемендәге майҙан төп ваҡиға майҙансыҡтары буласаҡ. Фото: gorodufa.ru