Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Улар батырҙарса Ватанды һаҡлай

27 февралдә "Өфө-Арена" алдынан "Башҡортостан" полкы, Доставалов исемендәге батальон, өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылған һалдаттар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция билмәһенә юлланды. Оҙатыу сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһаны. – Бөгөн “Башҡортостан” полкы, Достовалов исемендәге батальон, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған яугирҙәрҙе оҙаттыҡ. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыларҙан һуң улар махсус хәрби операция биләмәһенә хәрби-хеҙмәт бурыстарын үтәү өсөн китте. Легендар 16-сы (112-се) Гвардия башҡорт кавдивизияһы Луганск һәм Донецк ерҙәрен һаҡлаған көндәрҙән алып 80 йылдан ашыу ваҡыт үтте, бөгөн дә беҙҙең яугирҙәр тыныс граждандарҙы фашист ҡәбәхәттәренән һаҡлай. Беҙ "Башҡортостан" полкы, бар батальондар, хәрбиҙәр, яугирҙәр, батырҙар менән ғорурланабыҙ. Улар бойороҡтарҙы ысын ир-егеттәрсә үтәй һәм Ватан мәнфәғәттәрен яҡлай. Ә беҙҙең төп бурысыбыҙ – тылда ярҙам күрһәтеү һәм яугирҙәрҙең ғаризаларына ярашлы гуманитар колонналар булдырыу, – тине Ирек Сәғитов. Фото сығанағы: https://t.me/sagitovirek/6216