Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжединов, “Крот” позывнойлы яҡташының батырлығы менән ғорурланып, социаль селтәрҙә яугир хаҡында һөйләгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Учалы егете Суворов, Жуков, “Миналарҙы зарарһыҙландырған өсөн”, ”Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған. Яугир хәрби бурыстарҙы үтәгәндә фиҙакәрлек һәм ҡыйыулыҡ өлгөһө күрһәткән, тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы. Илен, халҡын хәүефтән аялаған, утты-һыуҙы кисеп, батырҙарса һуғышҡан яҡташтарыбыҙға рәхмәт әйтеп, көс-ҡеүәт, түҙемлек, иҫәнлек теләйбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба