Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Беҙҙең урамға ла байрам килде!”

Белорет районының Ғәбдүк ауылында, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.Медицина учреждениеһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлыҡтар, саҡырыу төймәһе, пандус булдырылған. Бында 232 кеше тәүге медицина ярҙамын аласаҡ. Пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн яҡты, иркен кабинеттар, процедура, дарыу препараттары һаҡлау бүлмәләре йыһазландырылған. Заманса пунктҡа 27 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә Гөлсинә Баязитова етәкселек итә. –Ғәбдүк халҡын яңы медицина пункты асылыуы менән ҡотлайым! Яңы бинала тәүге медик-санитар ярҙам алыу, диспансерлаштырыу үтеү һәм прививка яһатыу өсөн бөтә шарттар бар,– тип билдәләне Белорет дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.