Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылына күрше Ырымбур өлкәһенең Башбүре ауылынан килен төшкән. Борондан килгән матур йола буйынса киленде бөтә ауыл менән ҡаршы алғандар. Ап-аҡ меңдәргә баҫтырғас, бейеме, ағинәйҙәр изге теләктәрен еткергән, йәштәргә бәхетле ғүмер теләгәндәр. Әйткәндәй, быйыл оло әбештәр "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша һәм һәр сараны оло ваҡиға итеп үткәрә белә. Был юлы ла ауыл халҡы йәш киленгә һыу юлын күрһәтеп, бөтә йолаларҙы теүәл башҡарған. Һыу башлаған бикәстәр еңгәй бүләге алып ҡыуанһа, йорт хужалары килен һыуын һатҡан.Ауылдың уңған хужабикәһе Фәниә Аминева йәштәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы самауыр ҡайнатып, өҫтәл тулы ризыҡ менән ҡаршы алған. Йырлашып, бейешеп, йола буйынса хужабикәгә хаҡын түләгәстәр, йәш килен мөлдөрәмә тулы биҙрәләр менән яңы тормош юлына аяҡ баҫҡан.Снежана һәм Закир Рәшитовтарға мөхәббәткә күмелеп, бер-береһен аңлап, бәхетле йәшәүҙәрен теләйбеҙ, тиҙәр оло әбештәр. Фото: "Айыҡ ауыл - Оло Әбеш" төркөмөнән.