Уның билдәләүенсә, республика Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” һәм “Мәғариф” милли проекттарын (национальные проекты “Демография” и “Образование”) тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Башҡортостан 2019-2023 йылдарҙа мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү һәм ремонтлауҙа Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урындарҙы биләй. Был турала Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумында әйтелде. “Шуныһы ла мөһим, беҙ заказдар биреү кампанияһын да яҡшы ойошторҙоҡ. Бында беҙҙең Мәғариф һәм фән министрлығы егәрлелек күрһәтте. Бынан тыш, мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһында ҡатнашырға ла ғариза бирҙек. Ремонтланған мәктәп һаны буйынса – ә улар 140 – Рәсәйҙә беренсе урынды, ошо ремонтҡа алынған аҡса күләме буйынса өсөнсө урында торабыҙ”, – тине республика етәксеһе. Фото: “Башинформ”.