Найти тему
Башҡортостан гәзите

Вуз-ара кампус резиденты 300 миллион һум аласаҡ

Өфө фән һәм технологиялар университеты Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының үтә мөһим комплектлаусы әйберҙәр етештереү өсөн конструктор документацияһы әҙерләүгә заказдар башҡарыусы инженер асыштары үҙәктәренә ярҙам итеүгә грантын алған 10 еңеүсе вуз иҫәбенә инде. Һүҙ Өфө юғары уҡыу йорттары студенттары кампусы бинаһында урынлашҡан «Киләсәк моторҙары» инженерҙар мәктәбендә электр машиналарын эшләү буйынса тикшеренеү үҙәген булдырыу тураһында бара. Грант ике йылға иҫәпләнгән һәм уның дөйөм күләме 300 миллион һум (2024 йылда - 180 миллион, 2025 йылда - 120 миллион) тәшкил итә. Грант аҡсаһы, беренсе сиратта, ҡорамалдар, программа тәьминәте һатып алыуға, профессиональ әҙерлеккә, квалификация күтәреүгә файҙаланыласаҡ. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23142/