Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда былтыр 211 мең һатып алыу килешеүе төҙөлгән

2023 йылда Башҡортостан заказсылары эшҡыуарҙар менән 10 миллиард һумдан ашыу суммаға 211 меңдән ашыу контракт төҙөгән. 2022 йыл менән сағыштырғанда төҙөлгән контракттар һаны дүрт процентҡа артҡан (2022 йылда - 203 мең контракт). Платформала эшләүселәрҙең 80 проценттан ашыуы - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре. Бәләкәй күләмле сауҙа агрегаторында иң күп контракттар аҙыҡ-түлек, медицина әйберҙәре, транспорт саралары, шулай уҡ төҙөлөш, һаҡлау һәм йыйыштырыу өлкәһендәге хеҙмәттәр менән тәьмин итеүгә төҙөлгән. Ошо категориялар буйынса 3,9 миллиард һумға 82 мең дәүләт килешеүе төҙөлгән. Республика платформаһының концепцияһы ҡулланыусыларға һатып алыу процесында ябай һәм аңлайышлы ҡатнашыуҙы тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала. Һатып алыуҙар системаһы бизнесҡа тауарҙарҙы, эштәрҙе һәм хеҙмәттәрҙе һатырға ярҙам итә. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23140/