Әминә Шафиҡова БР Милли музейында үткән министрлыҡ коллегияһы ултырышында БР Мәҙәниәт министрлығының 2023 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтарын һәм ағымдағы йылдың төп бурыстарын тәҡдим итте. Йәмғиәттең социаль-иҡтисади структураһының мөһим өлкәләренең береһе булараҡ мәҙәниәт өҫтөнлөгөнең асыҡ күрһәткесе булып финанслауҙың үҫеш динамикаһы тора. Был федераль кимәлдә лә, республика кимәлендә лә дәүләт мәҙәни сәйәсәте мәсьәләләренә иғтибарҙың артыуын сағылдыра. Мәҫәлән, һуңғы алты йылда мәҙәниәткә сығымдар 60 процентҡа артҡан. Мәҙәниәт учреждениелары йәлеп иткән бюджеттан тыш средстволар күләменең дә артыуы ҡыуандыра: биш йыл эсендә уларҙың килеме 1,9 тапҡырға үҫкән. Шул уҡ ваҡытта дәүләт учреждениелары 2023 йылда, 2018 йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк аҡса йәлеп иткән. Һуңғы алты йылдың йомғаҡтары буйынса Республика халыҡ ижады үҙәге, БР Дәүләт академия симфоник оркестры һәм “Башҡортостан” киностудияһы – лидерҙар рәтендә. Күрһәткестәрҙең үҫеүе “Пушкин картаһы” менән бәйле, тип бил