Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үҙе һымаҡ яҡты ла, изге лә...

Күптән түгел элекке хеҙмәттәшебеҙ, Асҡын районының элекке башлығы, коронавирус эҙемтәләренән ваҡытһыҙ вафат булған Ришат Дихин хаҡында китап донъя күргән. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Мәрхүмдең дуҫы, шағир Алмас Шаммасов билдәләүенсә, «Беҙгә яҡтылыҡ биргән кеше» («Человек, даривший нам свет») тигән китапҡа Ришат Дихиндың туғандарының, дуҫтарының, яҡташтарының, хеҙмәттәштәренең хәтирәләре ингән. «Үҫеп килеүсе быуын уның кеүек ысын илһөйәрҙәрҙән өлгө алырға тейеш - юғары кешелек сифаттары, гражданлыҡ һәм гуманизм миҫалы булды ул. Был китап ошо йәһәттән изге ярҙамсы булһын», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алынған китаптың аннотацияһында. Әлегә уны яҡындары йыйған аҡсаға ҙур булмаған тираж менән баҫтырғандар. «Китаптың исем туйын Өфөлә уҙғарырға тигән ниәт бар. Был хаҡта айырым хәбәр итәсәкбеҙ. Әлбиттә, Асҡын районында ла мотлаҡ презентация үткәрәсәкбеҙ. Әлегә китаптың йөкмәткеһе менән таныша алаһығыҙ. Уны әҙерләүҙә һәм нәшер итеүҙә ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә ысын күңелдән рәхмәт. Баҫма беҙҙең Ришат кеүек изге һәм яҡты булып сыҡты», – тип билдәләй Алмас Рауил улы. Бөгөн, 27 февралдә иһә, Асҡын районында Дихин уҡыуҙары үтә. Яҡташтары, туғандары, яҡындары һәм почетлы ҡунаҡтар был көндө йәнә Ришат Дихинды йылы һүҙ менән иҫкә ала, уның исемендәге ижади конкурс еңеүселәрен һәм ғилми конференцияла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләй. Шулай уҡ, ойоштороусылар әйтеүенсә, сарала Ришаттың шиғыр юлдары яңғыраясаҡ. Быға тиклем Асҡын районы Урмияҙ ауылындағы мәктәп фасадында Ришат Дихин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Фото: “Башинформ”, Р. Дихиндың шәхси архивынан.