2024 йылда “Өфө” халыҡ-ара аэропорты янында төҙөлгән “Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәтенең республика филиалының логистик келәте эшләй башлай. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә лә “Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ленард Шафиҡов хәбәр итте. Республика филиалы етәксеһе Ленард Шафиҡов төбәктә почта хеҙмәтенең үҫеше тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе. Мәҫәлән, Башҡортостан – Рәсәйҙә почта бүлексәләре иҫәбе буйынса алдынғы, бөтәһе 1 240. Уларҙың 80 проценттан ашыуы ауыл ерендә, шул иҫәптән 460 бүлексә 500-ҙән аҙыраҡ кеше йәшәгән ауылдарҙа урынлашҡан. – Көн һайын бүлексәләребеҙгә 27 мең самаһы кеше йөрөй, – тине Ленард Шафиҡов. – Йыл һайын республика филиалы 30 миллионға яҡын хатты һәм 6 миллиондан ашыу посылканы эшкәртә. Республиканың почта бүлексәләрендә йәмғеһе 7 меңгә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Улар – почтальондар, операторҙар, водителдәр, сорттарға бүлеүселәр һәм башҡа белгестәр. Ауылдарҙа штат менән комплектлаштырыу – 95 процент, ә ҡалаларҙа 94 процент тәшкил итә. – Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенконың муниципаль ойошма хеҙмәткәрҙәрен почтала бер үк ваҡытта эшләүгә йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыу тураһында йөкләмәләрен үтәү сиктәрендә муниципалитеттар һәм республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән үҙ-ара эш итә башланыҡ, – тип һөйләне Ленард Шафиҡов. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына “Рәсәй почтаһы”ның төбәк филиалына бүлексәләрҙе кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһендә ярҙам күрһәтергә ҡушты. – Бер юлы башҡарыу буйынса эш – мәсьәләне хәл итеүҙең яҡшы варианты, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әйткәндәй, йәштәр ҙә ошо рәүешле эшләй ала. “Рәсәй почтаһы”н үҫтереүҙең төп бурыстарының береһе – почта хеҙмәттәрен һанлаштырыу. – Барыһы ла беҙҙең һанлы сервистар менән файҙалана, - тип дауам итте Ленард Шафиҡов.– Электрон заказлы хаттар, электрон почта маркалары һәм башҡа хеҙмәттәр учреждениеларҙың бюджет аҡсаһын экономияларға мөмкинлек бирә. Заказлы хаттар һәм һанлы хеҙмәттәр һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғы позицияларҙы биләй. Бынан тыш, 2022 йылдан “Рәсәй почтаһы” республика Хөкүмәте һәм муниципалитеттар менән берлектә ил Президенты тәҡдим иткән ауыл почта бүлексәләрен яңыртыу буйынса федераль проектты тормошҡа ашыра. Программа ауыл халҡының йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 16 февралендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Михаил Волков видеобәйләнеш режимында төбәктә 35 яңыртылған почта бүлексәһенең эшенә старт бирҙе. Республикала почта бүлексәләрен ремонтлауҙы дауам итергә кәрәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – “Рәсәй почтаһы” алдында мөһим бурыстар тора, шул иҫәптән яңы сервистарҙы үҫтереү буйынса, – тине Радий Хәбиров. – Уҙған ике йылда 55 почта бүлексәһе яңыртылған. 2024 йылға тағы ла 21 объектты тәртипкә килтереү күҙаллана. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.