Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Авдеевканы алыу – ҙур еңеү ул

Уларға хәүефһеҙлек булдырыу маҡсатында Йәрмәкәй ҡаһарманы - “Усман” ҡушаматлы командир саперҙар отряды менән юлдарҙы мина-снарядтарҙан таҙалаған. Яу барған яҡтағы хәлдәрҙе, бәлки, бар тәрәнлегендә аңлап та етмәйбеҙҙер. Ғинуар аҙағында махсус хәрби операция биләмәһенә икенсе тапҡыр юлланған яҡташыбыҙ, Үҙәк хәрби округының хәрби сәйәси идаралығының диндарҙар менән эшләү буйынса бүлек начальнигы ярҙамсыһы имам Рәфис хәҙрәт Сафин хәбәрҙар булыу маҡсатында беҙҙе ундағы хәлдәр менән таныштырып тора. Алғы һыҙыҡта өлкән рухани иерей Роман Чебоненко һәм Рәфис Сафин хәҙрәт яугирҙәр менән осрашыуҙар ваҡытында доға ҡыла, руханиҙар менән һөйләшә, уларға тынғы бирмәгән һорауҙарға яуап табырға ярҙам итә.