“Торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау” программаһына 10 йыл тулды. Ул 2014 йылдың 14 февраленән тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә 5,3 меңдән ашыу кеше торлаҡ алыуға аҡса туплаған, йорттар төҙөгән һәм торлаҡ майҙанын киңәйткән. Әле 3,5 меңдән ашыу ҡатнашыусы программа буйынса аҡса йыя. – Республика халыҡҡа торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға аҡса тупларға һәм арттырырға ярҙам итә. Бының өсөн программала ҡатнашыусы һаҡлаған суммаға республика бюджетынан ай һайын 30 процент күләмендә премия бүленә. 2024 йылда ошо маҡсаттарға БР бюджетында 185 миллион һум аҡса ҡаралған, – тип билдәләп үтте БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР финанс министры Лира Иғтисамова. Программала Башҡортостан Республикаһының һәр бәлиғ булған гражданы ҡатнаша ала. Бының өсөн жсс-бр.рф сайтында йәки программаның партнер бүлексәһендә – “Уралсиб” банкында ғариза бирергә кәрәк. – “Торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау” программаһы үҫешә һәм яңыра бара. Мәҫәлән, былтыр премияның максималь күләме биш меңгә тиклем барып етте. Бына