Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән саралар комплексы хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, илдең башҡорттар күпләп йәшәгән алты төбәгендә – Ырымбур, Свердловск, Силәбе, Өурған өлкәләрендә, Ханты-Манси автономиялы округында – Юграла һәм Пермь крайында 2020 йылдан башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре уңышлы эшләп килә. Бында даими нигеҙҙә Башҡортостан белгестәре күсмә саралар уҙғара. Атап әйткәндә, 2023 йылда халыҡ ижады, башҡорт милли кейемдәрен тегеү, башҡорт телендәге китаптарҙы һәм милли уйын ҡоралдарын өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы. – Ә был төбәктәрҙән балалар быйыл Өфөгә “Тамырым – башҡорт” төбәк-ара балалар-үҫмерҙәр форумына килә, – тине Әминә Шафиҡова. – Улар Өфөнөң төп музейҙарында буласаҡ һәм белем биреү учреждениеларына һөнәри йүнәлеш биреүсе экскурсияларҙа ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ ватандаштарына ярҙам итеү өсөн 2000 йылдан “Өлгөлө башҡ