2024 йылдың ғинуарында Башҡортостан биләмәһендә 407 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, был уҙған йылдың ошо уҡ күрһәткесенән 32 процентҡа күберәк. Бөгөнгө аҙналыҡ кәңәшмәлә республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин ошо хаҡта хәбәр итте. – Быйыл бөтәһе 3,35 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөргә ниәтләйбеҙ, – тип өҫтәне ул. – Ә маҡсатлы күрһәткес 2030 йылға – йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда республикала 3,315 миллион квадрат метр төҙөлгән – 2022 йылғы кимәлдән 8 процентҡа күберәк. Торлаҡ төҙөү күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урында тора. Төҙөлөштөң дөйөм күрһәткесендә шәхси торлаҡ төҙөлөшөнөң өлөшө 63 процент тәшкил итә. Шәхси йорттар төҙөү ныҡ артыуына бәйле Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә “Башҡорт йорто” төбәк программаһын әҙерләргә ҡушты. Ул йорттар һалыуҙы тип