Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы Бәрҙәштә мәктәп төҙөлә

Ҡариҙел районының Яңы Бәрҙәш ауылында мәктәп менән балалар баҡсаһы бинаһы төҙөлә. Ҡариҙел район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин белдереүенсә, был төҙөлөш урындағы халыҡ өсөн генә түгел, тотош район өсөн дә мөһим проекттарҙың береһе булып тора. – Һәр төҙөлөш объектындағы кеүек, бында ла билдәле бер мәсьәләләр килеп тыуа, улар эш барышын тотҡарлай һәм һөҙөмтәле ҡарарҙар эҙләүҙе талап итә. Капиталь төҙөлөш идаралығы, Дәүләт төҙөлөш күҙәтеүе һәм подряд ойошмаһы менән үткәрелгән кәңәшмәлә ошо мәсьәләләр тикшерелде һәм төҙөлөште тиҙләтеү буйынса саралар тәҡдим ителде. Кәңәшмә төҙөлөш объектында килеп тыуған мәсьәләләрҙе тикшереү һәм һөҙөмтәле хәл итеү юлдарын табыу маҡсатында ойошторолдо. Сараның төп бурысы – төҙөлөш барышын тиҙләтеү һәм эштәрҙең юғары сифатын тәьмин итеү, – тип уртаҡлашты социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Айҙар Шәйҙуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә мәктәптәр төҙөлә. Башҡортостан Республикаһында 2000 йылдан алып 2102 мәктәп ремонтланған, 175 мәктәп төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. Фото: https://vk.com/aidarshaydullin