Бөгөн, 27 февралдә, Бөтә донъя коммерцияға ҡарамаған ойошмалар көнө билдәләнә. Был датаны Ер шарының 80-дән ашыу илендә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә билдәләйҙәр. Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар эшмәкәрлеге 2018 йылдан ныҡлы үҫеш алды. Был башланғыстың нигеҙен Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды тәшкил итә. Бөгөнгө иҫтәлекле көн айҡанлы Өфөләге “Арт-Квадрат” биләмәһендә тантаналы һәм эшлекле сара уҙҙы. Унда уңышлы эшләп килгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, улар тарафынан тормошҡа ашырылған иң яҡшы проекттар билдәләнде. - Беҙҙең республикала 2018-2019 йылдарҙан коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмаларына айырыуса ҙур иғтибар бирелә башланы. 2019 йылда граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған ошондай ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү маҡсатында Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды булдырылды. Тәүге осорҙа ике конкурсҡа 90 миллион һум аҡса бүленде, был сумманың 50 миллионы – туған телдәрҙе үҫтереү буйынса,