Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ике машина бәрелешкән

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, авария Магнитогорск – Ира автомобиль юлының 108-се километрында теркәлгән. Билдәле булыуынса, урында “ВАЗ-2111” һәм “Рено Латитуде” бәрелешкән. Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә “ВАЗ”дың водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем үк вафат булған. Шулай уҡ уның ике пассажиры дауаханаға оҙатылған. Әлегә ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Хөрмәтле водителдәр! Юл ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ, юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ! Онотмағыҙ: һеҙҙе өйҙә көтәләр! Фото: БР буйынса ЮХХДИ.