Февралдән ипомея сәскәһен үҫтереүҙе тыйыуҙары тураһында ишеткәс тә, интернетҡа инеп, был үҫемлек тураһында уҡыным. Ипомеяның ниндәй төрө тыйылғанын да белештем. Бөтәһе лә түгел. Шулай булғас, уны үҫтерергә була, әммә ниндәй һаҡлыҡ саралары күрергә, тикшереүселәр килһә, тейешле ниндәй дәлилдәр килтерергә икәнен белергә кәрәк. Күп тә үтмәй, замандашыбыҙ Аҫылбикә Мәзитова ла был турала яҙып сыҡты. Уның яҙмаһын сәскә үҫтергән хужабикәләргә тәҡдим итәбеҙ. "Ипомея, вьюнок. Үрмәгөл тип әйтеп өйрәнгәнбеҙ был сырмалсыҡтарҙы. Уларҙың төрлөһеө үҫтереп ҡарағаным булды, әммә ошо төрө иң оҡшағаны. Ябай ҙа, матур ҙа.Ер йөҙөндә 800-гә яҡын төрө булһа, баҡсаларҙа күберәген дүрт төрөн яратып үҫтерәләр. Интернет селтәрендә һуңғы ваҡытта был үҫемлеккә ҡарата төрлө шомло хәбәрҙәр тарала башланы: "Кем дә кем ӨС ТӨҪЛӨ ИПОМЕЯ (ИПОМЕЯ ТРЕХЦВЕТНЫЙ) сырмалсығын 10 төптән дә артыҡ үҫтерә, биш мең штраф һалына йә 15 тәүлеккә иркенән мәхрүм ителә. Ә инде 100 төптән артыҡ үҫтереүсене йә орлоғон һаҡлаған кешегә ҙур